"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Билдәле прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Гөлнур Яҡупова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәле яҙыусы, «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Гөлнур Яҡупова – билдәле прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Ярты быуаттан ашыулыҡ хеҙмәт, ижади эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә бағышланы, милли әҙәбиәтебеҙҙе сағыу әҫәрҙәр менән байытты. Уның шиғырҙары, хикәйәләре, повестары, «Ҡатындар» трилогияһы әҙәбиәт тәнҡитселәренең юғары баһаһын алды һәм республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә китап уҡыусылар араһында популярлыҡ яуланы. Трилогия бер нисә тапҡыр республикала иң уҡымлы китап тип танылды. Яҙыусы балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уҡыусылар, студенттар менән йыш осраша. Тыуған Ғафури районында 17 йыл рәттән үҙ аҡсаһына уҡыусылар араһында «Өмөтлө ҡәләм» ижади конкурсын уҙғара.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение