Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

БДАДТ ниндәй премьералар әҙерләй?

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма тетары труппаһы бөгөн йәйге ялдан һуң бергә йыйылды. Ижади составты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе Александр Кузьменко ҡотланы.

Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов яңы, 99-сы миҙгелгә ижади пландар хаҡында һөйләне.

Режиссер Айрат Абушахманов Урал Ғәлиевтың «Тамамланмаған повес»ы өҫтөндә эшләй башлаған. Ошо көндәрҙә Азат Нәҙерғолов Сыңғыҙ Айытматовтың «Сыңғыҙхандың аҡ болото» әҫәренә тотона.

14 сентябрҙә Өфөгә яҡут режиссеры Андрей Борисов килә. Ул «Урал батыр» эпосы буйынса спектакле өсөн яуаплы. Проект 2018 йылда Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды. Режиссер менән бергә шулай уҡ ҡуйыусы-рәссам, инсценировка авторы һәм костюмдар буйынса рәссам килә. Ижади төркөм дүрт көн эшләй. Репетициялар сентябрь аҙағында башлана.

«Андрей Борисов — ЮНЕСКО-ның Евразия халыҡтары эпостарын һаҡлау комиссияһы вәкиле. Ул Алтайҙа ошо эпос буйынса спектакль ҡуйҙы. Беҙҙә — «Урал батыр», Әрмәнстанда «Давид Сасунский»ҙы сәхнәләштерә. Эпостар буйынса әлеге спектаклдәр берләшмәһен халыҡ-ара кимәлгә тәҡдим итергә йыйына, был — ЮНЕСКО-ның ҙур программаһы», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Олег Ханов.

Яңы миҙгелдә балалар спектаклдәре өҫтөндә эш алып барыу ҙа күҙаллана. Театрҙа репертуар спектаклдәрен күрһәтеү 16 августа уҡ башлана.

Миҙгел асыу тантанаһы 4 октябргә билдәләнгән, Гүзәл Яхина романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле күрһәтелә.

Алдан хәбәр ителгәнсә, ноябрҙә театр ваҡытлыса Башҡорт опера һәм балет театрының Кесе залына күсенә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.08.2018

Фәрзәнә Аҡбулатова "Туғайҙарҙа турғай"
Миңзәлә Хәйруллина уҡый, 1988 йылғы яҙма.

12.08.2018

"Рәхмәт, игенселәр"
Башҡортостан шағирҙарының шиғырҙары, 1983 йылғы яҙма.

11.08.2018

"Башҡортостан - йөрәк тибешем", радиокомпозиция
Әхтәм Абушахманов уҡый, 1995 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение