"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Баланың буйын көтмә, аҡылын көт.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Бауырһаҡтан - донъяла иң ҙур шыршы

Яңы йыл алдынан баш ҡалалағы ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһендә 10 декабрҙә бауырһаҡтан шыршы бешерәләр. Ризыҡты теләгән һәр кем тәмләп ҡарай ала. Ғәҙәти булмаған шыршыны ҡунаҡтар, эстрада йондоҙҙары шәкәр пудраһы, топпингттар һәм башҡа тәм-том менән биҙәй.
Шыршы өсөн 200 килограм он, 360 йомортҡа, 50-шәр килограмм шәкәр һәм бал, 50 литр үҫемлек майы, 8 килограмм иретелгән май кәрәк. Байрамда опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Геннадий Родионов, танылған автор-башҡарыусы, пародиясы Александр Лынник, һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу сығыш яһай.
Ойоштороусылар — «bUffet» рестораторҙар клубы билдәләүенсә, шыршы рәүешендәге бауырһаҡ символик мәғәнәле Яңы йыл өҫтәленең биҙәге булып тора. Бындай һый илебеҙҙәге мосолман халҡының ҡунаҡсыллығын, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Байрам көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение