Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башдрамда - ремонт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрын реконструкциялау күҙаллана. Ошо хаҡта кисә миҙгелде ябыуға арналған матбуғат конференцияһында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов белдерҙе.

Яңыртыу эштәре 2019 йылда театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына уҙғарыла. Был дата шулай уҡ Республиканың 100 йыллығын һәм башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын байрам итеү менән тап килә.

Ремонт эштәре 2018 йылдың сентябрендә башлана һәм 2019 йылдың апреленә тиклем бара. Ҙур залда тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдарын, ултырғыстарҙы алмаштырыу күҙаллана. Кесе зал да йүнәтеләсәк. Косметик ремонт бинаның тышҡы яғына ла ҡағыласаҡ.

Ремонт барышында спектаклдәр Опера һәм балет театрының кесе залында үтәсәк, Рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип һөйләне спикерҙар.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение