Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Баш ҡалала Ураҙа байрамына әҙерләнә

Өфөлә 15 июндә, Ураҙа байрамында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдында республика байрамы уҙғарыла. Уны Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте булышлығында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм социаль әһәмиәткә эйә проекттарға ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнгән «Ферзь эшлекле клубы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы әҙерләй. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт, хәләл-йәрминкә, балалар өсөн анимация майҙансыҡтары һәм, әлбиттә, байрам былауы менән һыйланыу көтә. Ҡотлау телмәре менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин сығыш яһай.

Теләгән һәр кем Ураҙаның традициялары менән таныша һәм ғаиләһе менән ял итә алһын өсөн байрам асыҡ майҙансыҡта үткәрелә, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана, инеү ирекле.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

09.10.2018

Ырымбур өлкәһе. М. Буранғоловҡа стелла ҡуйылды
"Түңәрәк өҫтәл" артындағы һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев һәм яҙыусы, журналист Сәрүәр Сурина ҡатнашты.

08.10.2018

Ҡурсаҡ театры актерҙары-тылсымсылар…

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн К.С.Станиславский миҙалы менән бүләкләнеүсе актриса Миңлеғаян Сафина

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

02.10.2018

Урал батыр фатихаһы
Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, "Берҙәмлек" ойошмаһы ағзалары Әлфиә Йосопова, Шәүрә Солтанова һәм Йомадил Йомағужин "Түңәрәк өҫтал" артында үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение