"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Белекһеҙ дуҫыңдан белекле дошман артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Баш ҡалала табипҡа һәйкәл ҡуйылды

Өфөнөң Октябрь районында яңы арт-объект барлыҡҡа килде. Шишәмбе, 18 апрелдә, «Табипҡа һәйкәл» скульптура композицияһын асыу тантанаһы үтте, тип хәбәр итә район хакимиәте. Яңы арт-объект эскәмйәлә ултырған табипты һынландыра. Скульптура Комсомол урамында урынлашҡан. Һәйкәл эргәһендә китап һынландырылған. Унда Антон Чеховтың «Табип кеүек бер һөнәр ҙә ҡайһы саҡта шул хәтлем әхлаҡи кисерештәр килтермәй» тигән һүҙҙәре яҙылған. Арт-объектты эшләүҙә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзалары ҡатнашҡан. «Октябрь районында 160-тан ашыу һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы урынлашҡан, яҡынса биш мең медицина хеҙмәткәре эшләй. Табиптарға һәйкәл нәҡ беҙҙең районда барлыҡҡа килеүе символиклы. Бындай скульптуралар баш ҡаланы йәмләй һәм халыҡтың кәйефен күтәрә», — тип билдәләне Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Насретдинов скульптураны асыу тантанаһында.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение