"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Баш ҡалала «Халыҡ ынйылары» республика фестивале еңеүселәре билдәләнде

Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге Ғаилә йылына арналған «Халыҡ ынйылары» республика фестиваленең йомғаҡлау этабын үткәрҙе. Фестиваль йомғаҡтары буйынса беренсе урынды «Стәрлебаш ынйылары» фольклор коллективы алды (Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы). Икенсе урынды «Йәдкәр» (Башҡортостан аграр-технологик колледжы, Үрге Йәркәй ауылы) һәм «Торнаҡай» (Башҡортостан агросәнәғәт колледжы филиалы, Иглин ауылы) фольклор коллективтары бүлеште. Өсөнсө урынды «Ирәндек» (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы), «Гөлнәзирә» (Белорет металлургия колледжы), «Аманат» (Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы) фольклор коллективтары яуланы. Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге методисы Рәмилә Ситдиҡова хәбәр итеүенсә, ижади бәйге ике этапта уҙғарылған. Беренсе этапта уҡыусылар һәм педагогтар бер йола йәки халыҡ байрамын видеоға төшөрөп ебәргән. Сараға Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмаларынан 11 ғариза килгән. Видеоны һайлап алыу йомғаҡтары буйынса фестивалдең һуңғы этабына алты фольклор коллективы саҡырылған. Фестивалдә исем ҡушыу, яусылау, армияға оҙатыу кеүек ғаилә йолалары, халыҡ байрамдары — Ҡарға туйы, Һабантуй, Аулаҡ уйын һәм көнкүреш йолалары күрһәтелде.
«Халыҡ ынйылары» фестивале һөнәри белем биреү ойошмаларының фольклор коллективтары араһында уҙғарылды. Маҡсаты — халыҡ ижады жанрҙарын һаҡлау һәм үҫтереү, йәштәрҙе Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары нигеҙендә тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

11.09.2018

Ата-бабам ҡалдырған рухи мираҫ
Йәмәғәт эшмәкәре, юридик фәндәр кандидаты Рәмилә Йомағужина

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение