"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Аттың яҡшыһы алға сыға,
егеттең яҡшыһы данға сыға.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Баш ҡала мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусыларының Яҙғы балын уҙғарыу көнө билдәле булды

Республиканың баш ҡалаһы мәктәптәрендә яҡшы йолаға әүерелгән Яҙғы бал байрамы быйыл 20 майҙа үтә. Был көндө Өфөләге бөтә 11-се класс уҡыусылары ҡала үҙәгендә йыйыла.
Сара барышында байрам ҡунаҡтары «Сығарылыш уҡыусыларының аллеяһы» менән таныша аласаҡ. Унда мәктәп уҡыусылары һайлаған һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Шунда уҡ бейеү коллективтары һәм студиялар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк, шулай уҡ тамашасыларҙы төрлө стилдә һәм йүнәлештә бейергә өйрәтәсәк.
Сығарылыш уҡыусылары Яҙғы балда полонез, мәктәп вальсы, бранль, әйлән-бәйлән, рок-н-рол һәм флешданс башҡарасаҡ. Был ҙур сараға ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм өфөләр тамаша ҡыласаҡ.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, биш йыл эсендә был тантаналы көндә 40 мең самаһы 11-се класс уҡыусыһы ҡатнашҡан.
Быйыл Яҙғы бал Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Ағиҙелдә, Октябрьскиҙа, Благовещенда, Ырымбурҙа һәм Орскиҙа үтә.
Сара Пушкин һәм Ленин урамдарында, Совет майҙанында төшкө 1-ҙә башлана, 5-се яртыға тиклем дауам итә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение