Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале үтә

Өфөлә 6-8 апрелдә «Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале ойошторола. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөгә бөтә донъянан музыканттар йыйыла, күренекле Рәсәй джазмены Игорь Бутман килә. Фестивалдең беренсе көнөндә джаз-вокалсы Людмила Сваровская, гитарасы Никита Болдырев һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы Биг-бэнды сығыш яһаясаҡ. Көн хедлайнеры – Американан танылған джаз борғосоһо Джон Маршалл. Икенсе көн хэдлайнерҙары – Италиянан күренекле джазмендар Грета Панеттьери (вокал) һәм Андреа Саммартино (фортепиано). Фестивалдең һуңғы көнөндә Рәсәйҙең күренекле джазмены – саксофонда, пианинола уйнайсы, бэнд-лидер, композитор, продюсер, джаз фестивалдәре ойоштороусыһы һәм Butman Music Рәсәй-Америка джаз лейблы хужаһы Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Бутмандың сығышы көтөлә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение