"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда оҫтабикә милли баш кейемдәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә

Милли кейемдәр, баш кейемдәре тегеү һәм милли биҙәүестәр эшләү буйынса Башҡортостандың бөтә төньяҡ-көнсығышына киң танылған оҫтабикә, йәмәғәт эшмәкәре һәм «Аҡ йондоҙ» халыҡ фольклор түңәрәгенең активисы Мәсетле районынан Тәнзилә Ғәйнетдинова ҡыҙҙар өсөн баш кейеме – һарауыс тергеҙеү менән шөғөлләнә. Уҙған быуат башында онотолған баш кейемен урындағы оҫтабикәләр Оло Ыҡтамаҡ ауылы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында күреп ҡала. Уны бәләкәй ҡыҙҙар, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар кейгән, шулай уҡ һарауысты, ҡалпаҡты яулыҡты күтәртеп ҡуйыу өсөн файҙаланғандар. Һарауыс, ҡалпаҡ һәм ҡушъяулыҡ төньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейеменең үҙенсәлеге булып тора. Көньяҡ Урал райондарында маңлайса, ҡашмау киң таралған. Ете тиҫтәне уҙған педагогик хеҙмәт ветераны Тәнзилә Ғәйнетдинова хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң милли кейемдәр, алъяпҡыстар, камзулдар тегеүгә, биҙәүестәр, баш кейемдәре эшләүгә ныҡлап тотонған. Уның хеҙмәт емештәренән ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары файҙаланып ҡыуана, башҡа райондарҙан да заказдар килеп тора. Ул урындағы фольклор ансамблен баштан аяҡ «кейендергән» һәм мәктәп уҡыусыларына милли кейемдәр бүләк иткән. Барыһы ла алыҫта ҡалған 1969 йылда уҡытыусы булып саҡ эшкә тотонғанда башлана. Тәнзилә Мостафа ҡыҙы арзан хаҡҡа ғына теген машинаһы һатып ала. Шунан бирле ул күлдәктәр, ҡорама юрғандар һәм мендәр тыштары тегә. «Ул саҡта ҡул эшенә, яратҡан шөғөлөмә ваҡыт етмәй ине – эш, ғаилә, йорт-ҡура. Хаҡлы ялға сыҡҡас ваҡытты ҡайҙа итергә белмәй ҡул эшенә тотондом. Күлдәктәр, камзулдар тегә башланым, һуңынан уларҙы тамбурлы сигеү менән биҙәнем. Йәш саҡта өләсәйҙәрҙең мендәр тыштарына, ҡорғандарға оҫта итеп сәскә «төшөргәндәрен» күреп, һоҡланып туя алмай инем. Бына үҙем дә был эшкә тотонорға булдым», — тип һөйләй оҫтабикә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

11.09.2018

Ата-бабам ҡалдырған рухи мираҫ
Йәмәғәт эшмәкәре, юридик фәндәр кандидаты Рәмилә Йомағужина

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение