Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә таш ҡуйылды

Башҡортостандың Салауат районында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә мемориаль таш ҡуйылды. Иҫтәлекле акцияны Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы, Мосолмандар Диниә назаратының йәштәр бүлеге, «Салауат вариҫтары» һәм Әлкә ауылы Советы ойошторҙо. Ташҡа, Салауат Юлаевҡа арнап, түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:

«Юҡ, мин үлмәнем, әле башҡорттар!» -

Һинең рухың шаңдай оранда.

— Юҡ, беҙ мәңгелек башҡорттар! – тип

Ҡабатлайбыҙ көн дә Уралда» .

«Салауат районында яндырылған Тәкәй ауылы урынында таш тирмә бар, милли батырыбыҙ тураһында иҫтәлекле ташты шунда ҡуйҙыҡ, — ти, башҡорт йәштәре ҡоролтайы һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов. — Әлкә мәктәбендә төркөмөдөң ҙур концерты булды. Һуңынан уҡыусылар менән таш ҡуйылған урында ҡурай моңдары яңғыраны, балалар шиғыр һөйләне, бейе. Ошо уҡ көндә Салауат районында «Мәңге күңелдә...» спорт фестивале үтте. Ул хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр, спорт һөҙөмтәләренә ирешкәндә ғүмерҙәре өҙөлгән спортсылар иҫтәлегенә бағышланды. Фестивалдең төп маҡсаты — Башҡортостан йәштәрен гражданлыҡ-илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Фестивалдә туристик, эҙәрмән, хәрби-патриотик клубтар, секциялар, түңәрәктәр, берләшмәләрҙең 12-18 йәшлек тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. «Арғымаҡ» төркөмө фестивалдә Салауат Юлаев мәмерйәһендә концерт менән сығыш яһаны. Милли батырҙың төйәгенә баш дирижер, Салауат районында тыуып үҫкән Азат Шахмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй Милли гвардияһының Симфоник оркестры килгәйне. «Салауат вариҫтары» ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов фестивалдә ҡатнашыусыларға Салауат районы тарихы һәм башҡорт ырыуҙары тураһында китаптар бүләк итте. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Рәми Ғариповтың «Салауат батыр» шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение