"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Уңған аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында Ғаилә йылын яҡтыртыу конкурсы башланды

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында Ғаилә йылын иң яҡшы яҡтыртыуға «Ғаилә палитраһы» конкурсы иғлан ителде. Конкурста Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағында булған республика, ҡала, район гәзит һәм журнал редакциялары, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Эштәр төрлө жанрҙа булырға мөмкин — мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк һәм башҡалар. «Ғаилә — ул үҙенең традициялары һәм ҡиммәттәре булған «дәүләт», йәмғиәткә, мораль һәм әхлаҡи принциптарға ылыҡтыра башлау. Киң мәғлүмәт сараларында лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ныҡлы ғаиләләр тураһында очерктар уҡырға, кеше яҙмышында ғаиләнең әһәмиәтенә арналған тапшырыуҙар ҡарарға, шулай уҡ йәмғиәттең иғтибарын ғаилә институтына булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү, ғаиләнең абруйын күтәреү буйынса дәүләт, йәмғиәт һәм бизнес эшиәкәрлеге мәсьәләләренә йәлеп итергә теләйбеҙ», — тип хәбәр итә Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова.
Конкурсҡа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 1 декабргә тиклем донъя күргән эштәр ҡабул ителә. Уларҙың һаны сикләнмәй. Материалдарҙы 10 декабргә ҡәҙәр түбәндәге адресҡа ебәрергә кәрәк: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге. Телефон: (347) 218-07-72. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Журналистар союзы. Конкурс тураһында положение ойоштороусыларҙың сайттарында бирелгән.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение