Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырыла

2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамдың күләме 17 241 һум тәшкил итә.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тейешле указы 21 сентябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Әле күп балалы әсәләргә ошондай түләү күләме 16 950 һум тәшкил итә.
Республикала 46 меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Шуларҙан 7,7 мең әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Был награда, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы кеүек үк, 20 йылдан кәм булмаған хеҙмәт стажына эйә ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт ветераны исемен алырға хоҡуҡ бирә. Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Награда аҡсалата премия менән бергә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

12.02.2019

Ижад - бәхет синонимы
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, журналист Миләүшә Иҙрисова.

22.01.2019

Донъяға күңел күҙе аша бағыу
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай.

21.01.2019

Башҡортостандың халыҡ артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы Әнисә Яхинаның күңел сәхифәләре

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение