"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән
тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда йырсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы уҙа

Сара 23 мартта күренекле артистың тыуған төйәгендә — Яңауылда ойошторола. Яңауыл районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, 2018 йылда конкурс республика статусын алды. Бәйгенең гран-прийы 100 мең һум тәшкил итә (профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыу номинацияларында 50-шәр мең). Конкурсҡа өҫтәмә белем биреү (балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре) учреждениеларында уҡыусылар, музыка һәм сәнғәт училищелары студенттары, юғары уҡыу йорттарының 1-2 курс студенттары, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар саҡырыла. Улар Радик Гәрәев репертуарынан бер йыр һәм халыҡ йырын башҡарырға тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәт — kultura-yanaul.ru сайтында. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34760) 5-45-74. Радик Гәрәев (1956-1996) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, бөтә Рәсәй һәм бөтә союз конкурстары лауреаты, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение