"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ир булған ир – егерме биштә баш булыр,
ир булмаған ир – иллелә лә йәш булыр.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале башланды

Башҡортостанда Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестиваленә старт бирелде. Фестивалде асыу тантанаһы Мәләүездә уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмләне. Ижади бәйгенең тәүге көнөндә Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Ғафури, Бүздәк, Баймаҡ райондарынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Нефтекама ҡалаларын иң яҡшы бейеү коллективтары сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар өсәр композиция тәҡдим итте: урындағы традициялар нигеҙендә, сюжетлы-уйын халыҡ бейеүе һәм коллектив етәксеһе һайлаған йәки Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарынан номер. Конкурсанттарҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев рәйеслегендәге жюри баһаланы. Сара республиканың халыҡ хореографияһын артабан үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. 19 апрелдә конкурс дауам итә. 20 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да коллектив етәкселәре менән ижади лаборатория һәм халыҡ бейеүе буйынса семинар; көндөҙгө 3-тә — гала-концерт һәм фестиваль еңеүселәрен бүләкләү.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение