Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт теле буйынса Региональ диктант уҙа

21 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле буйынса Региональ диктант үтә.Акция бөтә республика буйынса уҙа. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.Акцияны уҙғарыу адрестары:
— Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы (Зәки Вәлиди урамы, 32, 01-се һәм 02-се аудитория);
— Башҡорт дәүләт университеты филиалы, Хоҡуҡ институты (Достоевский урамы, 131);
— Тарих һәм дәүләт идараһы институты (Карл Маркс урамы, 3/4);
— Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарында урынлашҡан (Белорет, Бөрө, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы) Башҡорт дәүләт университеты филиалдары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының сиктәш төбәк ҡалаларындағы урта, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениелары. Башҡорт теле буйынса Региональ диктант дүртенсегә үтә. Башҡорт теленән Региональ диктантҡа алдан теркәлмәй килергә мөмкин. Региональ диктантта ҡатнашыусыға бланкта үҙ исем-шәрифеңде яҙыу мотлаҡ түгел, псевдоним йәки йәшерен һүҙ күрһәтергә була. Акцияла www.regdict.bashedu.ru адресы буйынса онлайн-режимда ҡатнашырға мөмкин. Бөтә һөҙөмтәләр ошо адрес буйынса сайтҡа һалынасаҡ.Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән Региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ул грамоталылыҡ мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү һәм грамоталы яҙыу культураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Региональ диктанттың маҡсаты – башҡорт телен белгән кешегә ни тиклем грамоталы яҙма телмәрен белеү өҫтөндә уйланыуға импульс биреү һәм ошо грамоталылыҡты арттырыуға теләк тәрбиәләү.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

23.07.2018

Әсхәт Мортазин "Наилә"
Илсөйәр Ғәзетдинова менән Хәмит Яруллин уҡый, 1988 йылғы яҙма.

22.07.2018

Римма Ғәлимова шиғырҙары
Автор уҡый, 2013 йылғы яҙма.

21.07.2018

Шиғриәт тулҡындарында
А.Ғәрифуллина, З.Хөсәйенова уҡый, 1996 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение