"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ере күп булған ил көлөр,
Бейе күп булған ил бөлөр.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостанда «Иң яҡшы атай» Бөтә Рәсәй конкурсына дәғүә итеүселәрҙе эҙләйҙәр

Башҡортостанда йәшәүселәр «Иң яҡшы атай» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала, ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.
«Иң яҡшы атай» премияһы яуаплы атайҙарҙы һәм уларҙың социаль эшмәкәрлеген асыҡларға, балаларҙы тәрбиәләүгә һәм ғаилә тормошоноң социаль инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән иң яҡшы социаль тәжрибәләрҙе һәм башланғыстарҙы табырға ярҙам итә. Премияға балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү, ныҡлы ғаилә ҡороу өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән атайҙар дәғүә итә ала. Улар йәмәғәт әүҙемселәре, атайлыҡты яҡлау өлкәһендә проекттарҙы ғәмәлгә ашырған ойошмалар булыуы мөмкин. Конкурста «Ғаиләлә иң яҡшы атай», «Иң яҡшы атай — йәмәғәт әүҙемсеһе» номинациялары ҡаралған.Ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының проект сайтында ғариза тултырырға кәрәк. Бүләкләү тантанаһы 24 февралдә Мәскәүҙә үтә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение