Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостан журналисы һәм шағирә ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды

Төркиәнең Кастамону ҡалаһында Мәғжән Йомабаев йылын асыу һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Ошо абруйлы наградаға «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, журналист һәм шағирә Лариса Абдуллина лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәр араһында Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Македония, Ғағауз ере, Болгария, Косово һәм Төньяҡ Кипрҙан 15 вәкил бар. Журналистарҙы Төркиәнең иҫтәлекле урындары һәм учреждениелар менән таныштырыу өсөн махсус программа ҡаралған. Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ойошторған тантаналы сара Кастамону муниципалитетының конференциялар залында үтте. Унда Төрөк Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры урынбаҫары Хөсәйен Яйман, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов, Кастамону провинцияһы губернаторы Яшар Карадениз, парламент депутаттары, ҡала мэры Тахсин Бабаш, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение