"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостан мәктәп программаһына «ғаиләне өйрәнеү» фәнен индереү буйынса төбәк булыуы ихтимал

Рәсәй Президентының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Андрей Коченов Башҡортостанды мәктәп программаһына «ғаиләне өйрәнеү» фәнен индереү буйынса төбәк итеү тәҡдимен индерҙе. Был осраҡлы түгел, сөнки балалар омбудсмены Анна Кузнецова Өфөлә беренсе Республика ата-әсәләр форумында тап Башҡортостанға ғаилә темаһын күҙәткән ведомство булдырырға тәҡдим иткәйне. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды директоры Александар Марова менән осрашыуҙа Андрей Коченов шул хаҡта белдерҙе. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Фонд араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ республика биләмәһендә социаль етемлекте иҫкәртеү моделен индереү буйынса ике яҡтың берлектәге эшен күҙ уңында тота. Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды төбәктәге хәлде тикшереп, мониторинг үткәрергә, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләүгә ҡамасаулаған проблемаларҙы асыҡларға, проект семинар-кәңәшмәһендә төбәктәге идара итеүселәр һәм шул өлкәләге белгестәр менән уларҙы хәл итеү юлдарын табырға тейеш.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

09.01.2019

Рәсәй матбуғаты көнө

Студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре,“Өмөт”гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов

26.12.2018

Һүҙ сәнғәтенең көсө
Башҡортостандың яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение