"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостан ирекмәндәре Европалағы «Вики-яҙ 2018» марафонында ҡатнаша

Ғәҙәттәгесә 21 мартта, быйыл иһә дүртенсе тапҡыр, Wikimedia CEE Spring 2018 халыҡ-ара марафоны – Үҙәк һәм Көнсығыш Европа википедистарының ошо илдәр хаҡында Википедия мәҡәләләре яҙыу буйынса уртаҡ проекты башланып китте. Абруйлы марафонда популяр интернет-энциклопедияның башҡорт бүлеге ирекмәндәре лә ҡатнаша. Марафон 31 майҙа тамамлана. «Был ижади марафонда өсөнсө йыл ҡатнашабыҙ. Ул Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәрҙе Википедия уҡыусылары өсөн Европа халыҡтары телдәрендә таратыу өсөн бик шәп майҙансыҡ булып тора. Алдағы ике марафонда 26 тел бүлеге ирекмәндәре республикабыҙ хаҡында 638 мәҡәлә яҙҙы, уларҙан «Салауат Юлаев» — 20, «Земфира» — 19, «Урал батыр» — туғыҙ, «Башҡорт аты» мәҡәләләре ете телдә сыҡты. Быйыл марафон сиктәрендә яҙылған мәҡәләләр һаны меңдән артыр тип ышанабыҙ.
Башҡорт бүлеге ирекмәндәре ике йылда Европа илдәре хаҡында 718 мәҡәлә яҙҙы. Был марафонда шулай уҡ мәҡәләләр һаны меңдән ашыр тигән ихтималлыҡ бар», — тип аңлата Википедияның башҡорт бүлеге администраторы Рөстәм Нурыев.

Башҡорт ирекмәндәре шулай уҡ «Башҡортостан 100» халыҡ-ара марафонының дүртенсе этабын үткәрә, ул 21 февралдә башланып китте һәм 31 майға тиклем дауам итә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение