Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостан делегацияһы республиканың ЮНЕСКО менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү өсөн Францияға юлланды

8 апрелдә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы республика һәм ЮНЕСКО хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү өсөн Францияға юлланды. Быйыл республиканың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүенә 20 йыл тула. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сәфәр программаһы менән ЮНЕСКО ҡарамағында Рәсәйҙең даими вәкиллегендә, Парижда Рәсәй Фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә, ЮНЕСКО Секретариатында һәм ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы үҙәгендә «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр» мәҙәни объекты буйынса номинация досьеһын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ғаризаһын алға ебәреү мәсьәләләрен тикшереү, ЮНЕСКО Геопарктарының Глобаль селтәренә дәғүә иткән «Янғантау»ҙа Рәсәй Федерацияһында тәүге Геопарк асыуға бәйле ғаризаны тамамлау һорауҙары буйынса эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр күҙалланған. Башҡортостан делегацияһы ЮНЕСКО ҡарамағында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡулы илсеһе, даими вәкиле Александр Кузнецов һәм Даими вәкиллек хеҙмәткәрҙәре менән осрашасаҡ, Парижда Рәсәй Фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә буласаҡ. Унда ул 2018 йылдың октябрендә был Үҙәктә ЮНЕСКО-ға тәҡдим ителгән ике объект – «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге һүрәттәр һәм «Янғантау» геопаркы менән таныштырыу сараһын үткәреүгә бәйле һорауҙарҙы тикшерергә күҙаллай. Шулай уҡ делегация ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫ үҙәге директоры Метхильд Рёслер, ЮНЕСКО-ның геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара программаһы етәксеһе Патрик Маккивер менән осрашасаҡ. Ғаризаларҙы тамамлау буйынса төп мәсьәләләрҙе тикшереү һәм ЮНЕСКО-ға тәҡдим ителгән объекттарҙы алға ебәреү буйынса ваҡытлыса графикты һәм «юл картаһын» билдәләү күҙаллана.20 апрелдә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн Еропала киң танылған Францияның көньяғындағы «Шове мәмерйәһе» ҡая һүрәттәре музей комплексына, Франция коллегаларының ЮНЕСКО геопаркы булдырыу һәм уның менән идара итеү буйынса эш тәжрибәһе менән танышыу өсөн «Монт-д’Ардеш» ЮНЕСКО геопаркына баралар.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение