"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Мәҡәл – һүҙ асҡысы,
әйтем – күңел асҡысы.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостан бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә

Республиканы донъя кимәлендә танытыу өсөн етди этәргес биргән был форум беҙҙә 2020 йылда була. Уның ойоштороу комитеты рәйесе итеп федераль Хөкүмәттә социаль блок өсөн яуаплы вице-премьер Ольга Голодец тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Мәҙәниәт министры Владимир Мединский - уның урынбаҫарҙары. Премьер-министр Дмитрий Медведев ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитеты составында шулай уҡ Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин бар.
Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми саралар өлөшө булып тора. Ғәҙәттә сарала 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша.
Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икенсеһе – 2000 йылда Японияла уҙғарылды. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләне. 2015 йылда 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданың Башҡортостан Республикаһында уҙасағы иғлан ителде.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение