"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Һылыу һылыу күренмәҫ, һөйгән һылыу күренер.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡортостан - Ҡытай. Хеҙмәттәшлек нығый.

Июндә Башҡортостан юлдаш телеканалының Ҡытай Халыҡ Республикаһының Аньхой провинцияһы телевидениеһы менән килешеүгә ҡул ҡуйыуы күҙаллана. Был хаҡта «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итә.

Аньхой провинцияһының баш ҡалаһы Хэфэйҙа Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу сараһы тамамланды. Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Евгений Романов та Ҡытайҙа. Ул презентацияла Башҡортостандың Ҡытайҙағы делегацияһы етәксеһе, республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең иҡтисади бәйләнештәрҙе координациялау бүлеге начальнигы Марат Мирхәйҙәровтың доклад менән сығыш яһауы тураһында һөйләне.

«Цзянси провинцияһы һәм Ҡытай халыҡ Республикаһының Дәүләт үҫеш банкы менән өс яҡшы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостан юлдаш телеканалы менән Аньхой телевидениеһы араһында килешеү төҙөү күҙаллана», — тип хәбәр итте Марат Мирхәйҙәров.

Алдағы көндәрҙә делегация Шанхайға барырға һәм унда урындағы хакимиәт, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән инвестиция проекттарын тикшерергә тейеш.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение