Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡорт рәссамдарының исеме -Төньяҡ ҡотопта

Башҡорт рәссамдарының исемен Төньяҡ ҡотопта күрергә мөмкин. Ерҙең төньяҡ нөктәһендә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингында еңеүселәрҙең һәм проекттың төп партнерҙарының исемдәре яҙылған вымпел ҡуйыу күҙаллана.
«Тәүгеләрҙән булып Төньяҡ ҡотопто американ Роберт Пири яулай. 1909 йылдың 6 апрелендә ул эттәр егеп төньяҡ ҡотопҡа барып етә. Шул ваҡыттан алып унда сәйәхәт ҡылыусылар булды, ләкин бындай проект тәүгә тормошҡа ашырыла», — ти проектты ойоштороусылар.
Танылған башҡорт рәссамы Ринат Миңлебаев вымпелдың эскизын әҙерләү менән мәшғүл. Үҙҙәренең сәнғәте менән бик күп кешеләрҙең йөрәген яулаған һәм призлы урын алған башҡорт рәссамдарының исемен башҡорт һынлы сәнғәте оҫталары антологияһына индереү ҡаралған. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса донъя күргән китапты башҡорт рәссамдарының исеме яҙылған вымпелды ҡуйыу барышын сағылдырған фотоһүрәттәр менән биҙәү күҙаллана.Әле халыҡ рейтингында Башҡортостандан 560 рәссам ҡатнаша, улар өсөн донъяның 84 иленән тауыш бирәләр. Проектты 800 мең кеше ҡараған.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

23.10.2018

Ололоҡла бала күңелкәйен!..
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Искәндәриә һәм балалар яҙыусыһы Миңлегөл Тайсина.

21.10.2018

Муса Ғәли шиғырҙары
Автор уҡый, 1992 йылғы яҙма.

20.10.2018

Мостай Кәрим шиғырҙары
Автор уҡый, 2005 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение