Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡорт опера һәм балет театрының спектакле «Алтын Битлек» премияһына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Уҙған көндә Мәскәүҙә «Алтын битлек» милли театр премияһы еңеүселәрен һәм призерҙарын иғлан иттеләр. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Георг Генделдең «Геракл» спектакле (режиссер – Георгий Исаакян) юғары профессиональ һәм вокал оҫталыҡ өсөн жюриҙың махсус премияһына лайыҡ булды.
«Алтын битлек» премияһы менән бүләкләү тантанаһы К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге музыка театрында үтте. Музыка театры жюриһының махсус премияһын уның рәйесе – скрипкасы, Санкт-Петербург Симфоник оркестрҙың баш дирижеры Сергей Стадлер иғлан итте. Премияны алыу өсөн Башҡорт опера театры вәкилдәре – баш дирижер, музыкаль етәксе һәм спектаклдең дирижер-ҡуйыусыһы Артем Макаров һәм театр солисы, Иола ролен башҡарыусы Дилара Иҙрисова сәхнәгә күтәрелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы 1993 йылда илдең Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан булдырылған. «Алтын битлек»тә опера һәм балеттан алып ҡурсаҡ театрына хәтлем сәхнә сәнғәтенең бөтә төрҙәре һәм жанрҙары тәҡдим ителгән. MK.RU порталы хәбәр итеүенсә, быйыл номинациялар иҫәбе рекорд һанға – 290-ға етте.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение