"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

"Башҡорт халыҡ геройы" миҙалы буласаҡ

Башҡортостанда яңы награда – «Башҡорт халыҡ геройы» миҙалы барлыҡҡа киләсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы награданың иң яҡшы эскизын уйлап сығарыуға асыҡ конкурста ҡатнашырға саҡыра. Йәмәғәт наградаһын ойоштороу тураһында ҡарар 28 июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында ҡабул ителде.

«Башҡорт халыҡ геройы» тигән маҡтаулы исем Ҡоролтайҙың граждандарҙы башҡорт халҡы алдында айырым ҙур ҡаҙаныштары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендәге айырым ҡаҙаныштары, халыҡтар араһында татыулыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, башҡорт халҡын яҡлау эшендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне һәм дәүләт, республика һәм башҡорт халҡы алдында башҡа ҡаҙаныштары өсөн иң юғары бүләкләү формаһы буласаҡ. Маҡтаулы исемде үлгәндән һуң да бирергә мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Башҡарма комитетында.
Конкурста ҡатнашыуға художество һәм аң-белем таратыу эшмәкәрлеген алып барған юридик һәм физик шәхестәр, шул иҫәптән ижади коллективтар, инициативалы төркөмдәр һәм ойошмалар саҡырыла.

Конкурс еңеүсеһе менән миҙал эшләгәндә автор килешеүе төҙөлә. Конкурс эштәре 2018 йылдың 1 октябренә тиклем электрон формала «Башҡорт халыҡ геройы» миҙалын уйлап сығарыу буйынса конкурс» билдәһе менән kurultay-ufa@mail.ruc адресына ҡабул ителә.

Миҙалдың иң яҡшы эскизын һайлау тураһында һуңғы ҡарар көҙгөһөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында асыҡ тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәләре тураһында хәбәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында, шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм Facebook социаль селтәрҙәрендә «Ҡоролтай» төркөмдәрендә урынлаштырыласаҡ.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.11.2018

Заман. Бала саҡ. Иң шәп китап
Билдәле шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

07.11.2018

"Башҡортостан уҡытыусыһы"журналы эшмәкәрлеге

Әңгәмәлә баҫманың баш мөхәррире, Республика нәшриәт йорто генераль директорының милли матбуғат буйынса ярҙамсыһы Салауат Кәримов ҡатнаша

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

06.11.2018

Арҙаҡлы яҙыусының "Йөрәктәге яҙмалар"ы
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение