"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡорт дәүләт университетында II Матбуғат фестивале үтә

20 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә II Матбуғат фестивале үтә. Журналистика кафедраһы мәғәриф, ижади һәм интерактив аспекттарҙан торған бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорцияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте корпоратив коммуникациялар идаралығының йәмәғәтселек менән элемтә буйынса белгестәре студенттарҙы матбуғат релиздары яҙырға өйрәтәсәк. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Максим Родионов енәйәти күрһәтмәле яңылыҡтар әҙерләү һәм енәйәти эштәрҙе мәғлүмәти оҙатыу үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк.
«Истоки» гәзитенең баш мөхәррире, шағир, яҙыусы, блогер Айҙар Хөсәйенов «Гәзит йәки блог?» тип исемләнгән һүҙ көрәштереү майҙансығында эшләй. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Артур Вәлиев НТВ, СТС, «Беренсе канал» кеүек телеканалдарҙа, шулай уҡ Ҡытай телевидениеһында эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Шулай уҡ студенттар тележурналист һәм хоккей комментаторы Азамат Моратовтың ижади оҫтаханаһына күҙ һала ала. Гәзитте нисек табышлы итергә? Был турала Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры, гәзиттең тәжрибәле баш мөхәррире Фәнисә Таһирова менән осрашыуҙа һүҙ барасаҡ. «Спутник ФМ» радиостанцияһы алып барыусыһы Яна Сотникова менән интерактив, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусылары Лилиә Ҡурамшина һәм Фаягөл Дәүләтйәрова менән ижади осрашыу күҙалланған. Кафедра мөдире Рәшиҙә Мәһәҙиева һүҙҙәренсә, студенттар үҙҙәрен фотохәбәрсе һәм теле, видеооператор ролендә һынап ҡарай ала. Матбуғат фестивале тамамланғас фотоотчет менән күргәҙмә ойоштороу күҙаллана.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение