Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ғәрәп теле үҙәге асылды

Үҙәк Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ресурс үҙәге һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты өлөшө булараҡ башҡорт филологияһы факультеты нигеҙендә ойошторолдо. Үҙәкте асыу тантанаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов, педагогия университеты проректорҙары һәм уҡытыусылар, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, конференц-элемтә режимында сарала Ҡазан федераль университеты ҡарамағындағы «Әл-Хадара» ғәрәп мәҙәниәт үҙәге директоры, профессор Мөхәммәд Сәлех Әл-Аммари ҡатнашты.
Үҙәк ғәрәп телен уҡытыу һәм өйрәнеүҙә алдынғы педагогик һәм ғилми-методик технологиялар әҙерләү һәм һынау өсөн яҡшы майҙансыҡ була һәм Рәсәй Мәғәриф һәм фән министрлығының федераль программаһы сиктәрендә ислам тарихын һәм мәҙәниәтен төплө белгән белгестәр әҙерләү сифатын камиллаштырырға мөмкинлек бирә. Үҙәкте йыһазландырыуҙа нәҡ ошо ресурстар ҡулланыла М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында ғәрәп телен өйрәнеүсе студенттар ҡунаҡтарҙы Ғәрәп теле үҙәге, ғәрәп каллиграфияһы техникаһы, китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, ғәрәп телен өйрәнеүҙә заманса технологиялар файҙаланыу тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта, Үҙәк махсус ғәрәп телен уҡытыу алымдары буйынса дәреслектәр әҙерләү һәм китап сығарыу менән шөғөлләнәсәк.
Шул уҡ көндө республика вуздарынан һәм ғилми учреждениеларҙан ғәрәп теле һәм мәҙәниәте буйынса алдынғы белгестәр ҡатнашлығында «Ғәрәп телен уҡытыуҙа һәм өйрәнеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр» методологик семинары үтте.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение