Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды

Земфира Байдәүләтова «Рәсәй һылыуҡайы-2018» милли матурлыҡ конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова хәбәр итте. 19 йәшлек Земфира Байдәүләтова 70 мең ғаризанан тәүге 20 исемлегенә инде. Интернетта тауыш биреүҙә Земфира етенсе урынға сыҡты. Земфира — ғаиләлә һигеҙенсе бала, уның алты ағаһы һәм бер апаһы бар. Ҡыҙҙың яратҡан китаптары — Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»ы, Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох»ы, яратҡан фильмы — Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән». Һылыуҡай баскетбол уйнарға ярата. 14 апрелдә «Барвиха Luxury Village» концерт залында «Рәсәй һылыуҡайы» милли матурлыҡ конкурсы финалының 26-сы тантанаһы уҙҙы. Уның темаһы сәнғәттә матурлыҡ тип аталғайны. «Рәсәй һылыуҡайы» тарихында тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар симфоник оркестры көйө аҫтында сәхнәгә сыҡты. Жюриҙа илдең ижади элитаһы вәкилдәре ине. Еңеүсенең яңы тажын күрһәттеләр. «Рәсәй һылыуҡайы» исеменә Сыуашстан ҡыҙы Юлия Полячихина лайыҡ булды. Земфира Байдәүләтованы дәртләндерергә «Bashkirian Beauty» студияһы дирекцияһы Линара Таһирова, Альбина Усманова, шулай уҡ былтыр «Рәсәй һылыуҡайы» конкурсында икенсе вице-мисс исемен алған Альбина Әхтәмова ла килгәйне.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

20.07.2018

Р.Байымов "Хазина"
Заһир Вәлитов уҡый, 1989 йылғы яҙма.

19.07.2018

Т.Сәғитов "Аманат"
Фирҙәт Ғәлиев уҡый, 1999 йылғы яҙма.

18.07.2018

Әнисә Таһирова "Ҡырҡ берҙәге ҡырыҫ ҡатындар", 2-се бүлек
Әхәт Мортазин менән Илсөйәр Ғәзетдинова уҡый, 2004 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение