Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Башҡала ла «Олимпик парк»ты үҫтереүгә 1,1 миллиард һум йүнәлтелә

Өфөлә «Олимпик парк» тау саңғыһы комплексында халыҡ-ара туризм үҙәген булдырыу күҙаллана. Яҡынса 1,1 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән «Позитив» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде.
Инвестор 100 урынлыҡ ҡунаҡхана, ял зоналары, спорт һәм дауалау инфраструктураһы объекттарын төҙөргә ниәтләй.
Республика Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәте буйынса, яңыртылған туристик объект 2020 йылда эшләй башларға тейеш. Туристарҙы хеҙмәтләндереү өсөн өҫтәмә рәүештә 295 хеҙмәткәр алыу ҡаралған.Инвестор үҙенең проектын республика өсөн өҫтөнлөклө иҫәбенә индереү уға ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алырға һәм һалым льготаларына эйә булырға мөмкинлек бирер тип көтә.
Әле Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 71 проект бар, инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 230,7 миллиард һум тәшкил итә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение