"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Бөтә донъяға билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың тыуыуына 86 йыл

1932 йылдың 16 декабрендә донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, педагог Роберт Заһретдинов тыуған. Роберт Абдрахман улының тыуған ере Мәсетле районының Әжекәй ауылы. Ул бала сағынан яланда көтөү көткән. Ел, ямғырҙар уны сыныҡтырған, тыуған тупрағы уға көс-ҡөҙрәт өҫтәгән, тәбиғәттең бөтә тауыштарын тойоу һәләтен биргән.
Роберт Абдрахман улы ҡумыҙ сиртеп, ғүмеренең аҙағына тиклем илен, ерен, халҡын данланы. Беҙҙе сал быуаттар төпкөлөнә алып ҡайтты, батырҙар менән осраштырҙы, рухи тамырҙарыбыҙға юл асты, асылыбыҙҙы күрһәтте. 1991 йылда Роберт Заһретдинов Бөтә донъя халыҡ инструменттары фестивалендә "Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы" тигән исемгә лайыҡ була. 1998 йылда иһә уға "Ҡумыҙҙа уйнауға өйретеү буйынса халыҡ-ара оҫта" тигән исем бирелә. Ошонан һуң төрлө илдәрҙә оҫталыҡ дәрестәрен уҙғара. Роберт Заһретдинов башҡорт, монгол, яҡут, фин, француз, немец милли көйҙәрен, ҡыҫҡа, һалмаҡ көйҙәр башҡара. Репертуарында 200-ҙән ашыу әҫәр иҫәпләнә, ул 50-нән ашыу йыр һәм инструменталь пьеса авторы.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

22.01.2019

Донъяға күңел күҙе аша бағыу
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай.

21.01.2019

Башҡортостандың халыҡ артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы Әнисә Яхинаның күңел сәхифәләре

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение