Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Бөгөн Башҡортостандың дәүләт гербы һәм гимны көнө

Заманса Башҡортостандың мөһим дәүләт символдары тураһында ҡанун 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителде. Дәүләт гимнына Фәрит Иҙрисовтың "Башҡортостан" тантаналы көйө алынды. 2008 йылда уның һүҙҙәре лә ҡабул ителде. Уның авторҙары - шағир Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр. 1993 йылдың 12 октябрендә парламент ултырышында гимндан тыш, йәнә бер мөһим дәүләт билдәһе - Башҡортостандың дәүләт гербы ла ҡабул ителде. Уның авторы - рәссам Фазлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш фонында, милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Аҫтараҡ - ҡурай таждары һәм Республиканың дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

23.07.2018

Әсхәт Мортазин "Наилә"
Илсөйәр Ғәзетдинова менән Хәмит Яруллин уҡый, 1988 йылғы яҙма.

22.07.2018

Римма Ғәлимова шиғырҙары
Автор уҡый, 2013 йылғы яҙма.

21.07.2018

Шиғриәт тулҡындарында
А.Ғәрифуллина, З.Хөсәйенова уҡый, 1996 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение