Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Бөгөн бөтөн донъяла Умырзая көнө билдәләнә

Йыл һайын 19 апрелдә донъяның күпселек илдәрендә матур яҙ байрамы – Умырзая көнө билдәләнә. Уның тарихы 1984 йылда Англияла башлана. Умырзая йәки галантус – амариллис ғаиләһенән күп йыллыҡ үләндәр төрө. Уға 19 төр һәм тәбиғи сығышлы ике гибрид ҡарай. Элекке СССР биләмәһендә 12 төрө үҫә. Үҫемлектәргә юҡҡа сығыу хәүефе янай. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабында киң япраҡлы, тар япраҡлы, кавказ, Лагодех, Борткевич һәм Воронов умырзаялары бар. Умырзая көнө кешеләрҙе был сәскәләрҙе йыймаҫҡа һәм һатып алмаҫҡа инандырыу өсөн ойошторолған. Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.35 статьяһы менән һирәк осрай торған хайуандарға йәки үҫемлектәргә зыян килтергән өсөн граждандар өсөн – 2,5-5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 15-20 мең һәм юридик шәхестәр өсөн 500 мең һумдан 1 миллионғаса яуаплылыҡ билдәләнгән. Үҫемлектәрҙе һәм уларҙың өлөштәрен йыйыу, һатып алыу, һатыу, өҙөү, һаҡлау, ташыу, ҡарау һәм ебәреү буйынса эштәр закон тарафынан юҡ итеүгә тиңләштерелгән.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.08.2018

Кәтибә Кинйәбулатова "Клара"
Нурия Ирсаева уҡый

13.08.2018

Фәрзәнә Аҡбулатова "Туғайҙарҙа турғай"
Миңзәлә Хәйруллина уҡый, 1988 йылғы яҙма.

12.08.2018

"Рәхмәт, игенселәр"
Башҡортостан шағирҙарының шиғырҙары, 1983 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение