Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Америкала Булат Йосоповтың «Бабич» фильмы күрһәтелде

Сан-Франциско ҡалаһында режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» тигән тарихи фильмын күрһәттеләр. Фильм башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт эшмәкәре, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған.
«Америкала йәшәп, «Бабич» фильмын ҡараным, нәҡ шуға ла был фильм миңә үҙенә бер төрлө булды, ахыры. Актерҙарҙың иҫ киткес уйнауын, Илгиз Таһировтың күңел биреп шиғыр уҡыуын һәм уларҙың тәрән мәғәнәле булыуын билдәләп үтәһем килә. Ҡаралы-аҡлы постановка фильмға айырыуса килешә һәм сюжетты ысынбарлыҡҡа яҡын итә, тип уйлайым. Өс көн үткәс тә ҡайһы бер мәлдәрен уйлап йөрөйөм. Тимәк, фильм ысынлап та йөрәккә үтеп ингән», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Зөһрә Сәләхетдинова.
«Фильмды төшөргәндән һуң иң ҡыуаныслы мәл – тамашасының нисек үҙгәреүен күреү, ишетеү, тойоуҙыр ул. Тамашасының үҙ асышы менән уртаҡлашырға мөмкинлек табыуы, айырыуса ҡәҙерле», — тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Булат Йосопов.
«Бабич» фильмы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республика Башлығы грантына һәм шәхси бағыусылар ярҙамы менән төшөрөлдө. Төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының алдынғы артисы Илгиз Таһиров башҡарҙы.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

09.10.2018

Ырымбур өлкәһе. М. Буранғоловҡа стелла ҡуйылды
"Түңәрәк өҫтәл" артындағы һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев һәм яҙыусы, журналист Сәрүәр Сурина ҡатнашты.

08.10.2018

Ҡурсаҡ театры актерҙары-тылсымсылар…

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн К.С.Станиславский миҙалы менән бүләкләнеүсе актриса Миңлеғаян Сафина

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

02.10.2018

Урал батыр фатихаһы
Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, "Берҙәмлек" ойошмаһы ағзалары Әлфиә Йосопова, Шәүрә Солтанова һәм Йомадил Йомағужин "Түңәрәк өҫтал" артында үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение