"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән
тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Александр Кузьменко : "Мәҙәниәт тармағында хәлдәр яҡшырасаҡ"

Мәҙәниәт тармағында эшләүселәр эш хаҡын арттырыу тураһында яңылыҡты ҡыуаныс менән ҡабул итте, тине республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко. Рәсәй президентының май указдарын ғәмәлгә ашырыу барышында Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса Республика хөкүмәте бюджет тармағында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡына өҫтәлмә тураһында ҡарар сығарҙы. “Тармаҡта хеҙмәт хаҡы ҙур түгел. Хәҙер хәлдәрҙең яҡшырыуы көтөлә”, - тине Александр Кузьменко. Башҡортостанда бюджет тармағында эшләүселәргә Республика ҡаҙнаһынан 3 миллиард 900 миллион һум бүленә. Уның 2 миллиард 300 миллионы хеҙмәт хаҡы өсөн тәғәйенләнә. Беҙҙә был категорияға 142 мең хеҙмәткәр инә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.