"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Абдулла Солтанов исемендәге башҡорт йыры конкурсы бәйгеселәре араһында Рәфис Ишбаев Гран - при яуланы

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы. Конкурс күренекле йырсының 90 йәшенә арналды.
Профессиональ башҡарыусылар араһында Гран-приҙы Рәфис Ишбаев яуланы. Ул диплом һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде. Артист Баймаҡ ҡалаһында тыуған, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһындағы яңғыҙ йырлау бүлегендә уҡыған.
«Жюри бер тауыштан төп бүләк Рәфис Ишбаевҡа тапшырылырға тейеш тигән ҡарар ҡабул итте. Ул «Урал» һәм «Уйыл» халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы», — тине жюри ағзаһы, Учалы филармонияһы солисы Илдар Ямалов. Конкурста Баймаҡтан, Ишембайҙан, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла, Учалы райондарынан йырсылар ҡатнашты. Программала «Урал», «Сибай», «Һандуғас», «Ҡаһым түрә», «Азамат», «Бейеш» кеүек мотлаҡ башҡарылырға тейешле һәм башҡа оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙары бар ине. Жюриҙа 90 йәшлек йырсы Абдулла Солтанов, С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Дилара Сәхәүетдинова, яҙыусы һәм журналист Мәүлит Ямалетдинов, йырсылар, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Илдар Ямалов һәм Гөлсиә Хилажева эшләне.
Абдулла Солтанов — оҙон көйҙәрҙе башҡарыусы булараҡ дан алған үҙенсәлекле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение