Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк Апимондия темаһы билдәләнде

Өфөләге форум донъя умартасылығындағы глобаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арнала. Апимондия федерацияһы менән ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, 47-се конгреста кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеген тәьмин итеүҙә бал ҡорто урыны иғтибар үҙәгендә була. Йыйында умартасылыҡты ойоштороу, бал ҡорттары ауырыуҙарын дауалау алымдары өйрәнеләсәк. Республикала Апимондия конгресы һәм АПИЭКСПО күргәҙмәһен ойоштороу барышында Өфөлә һәм Бөрйәндә инфраструктураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Районда юлдар төҙөлә, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы янында тарихи-мәҙәни комплекс барлыҡҡа килә, “Бөрйән” туристик-ял итеү кластеры үҫешәсәк. Апимондия конгресы һәм АПИЭКСПО күргәҙмәһе Башҡортостанда 2021 йылда үтә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

23.07.2018

Әсхәт Мортазин "Наилә"
Илсөйәр Ғәзетдинова менән Хәмит Яруллин уҡый, 1988 йылғы яҙма.

22.07.2018

Римма Ғәлимова шиғырҙары
Автор уҡый, 2013 йылғы яҙма.

21.07.2018

Шиғриәт тулҡындарында
А.Ғәрифуллина, З.Хөсәйенова уҡый, 1996 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение