"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының саралар планы раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылда республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын раҫланы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлашҡан. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәйәт ҙур фольклор байрамына әҙерлек сиктәрендә бер төркөм саралар үтә: төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәттәр фестивале. Шулай уҡ 2019 йылда «Урал батыр» этноүҙәген булдырыу күҙаллана. Ағымдағы йылдың сентябрендә Өфөлә Бөтә донъя конгресы (CIOFF) үтә. Документҡа ярашлы, 2018 йылдың тәүге яртыһында фольклориаданың логотибын һәм бренд китабын әҙерләү, шулай уҡ сара сайтын эшләтеп ебәреү күҙаллана. Рус һәм башҡорт телдәрендә «Башҡортостан халыҡтары фольклоры» энциклопедияһы нәшер ителәсәк. VI Бөтә донъя фольклориадаһын Өфөлә үткәреү ҡарары – Башҡортостандың милләт-ара берҙәмлекте, халыҡтар дуҫлығын үҫтереү, Рәсәйҙең берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшөн таныу. ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек халыҡ-ара ҙурлыҡтағы саралар уҙғарыу тәжрибәһенә эйә булған Башҡортостан, һис шикһеҙ, ошо яуаплы эште лә атҡара аласаҡ».

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение