Мәҙәни яңылыҡтар
Башҡортостанда 2018 йылда ниндәй яҙыусыларҙың юбилейҙары билдәләнәсәге асыҡланды. Республика Хөкүмәтенең бойороғо рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡҡан. Башҡортостан Яҙыусылар союзының башланғысы буйынса, 2018 йылда Назар Нәжмиҙең, Яҡуп Ҡолмойҙоң, Ибраһим Ғиззатуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған әҙәби саралар үтә. Шулай уҡ республика Мәрйәм Бураҡаеваның 75 йәшен, Фәрит Әхмәҙиевтың һәм Айһылыу Ғарифуллинаның 50 йәшен байрам итә. Документҡа ярашлы, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың тормошон һәм ижадын республика киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуҙы тәьмин итә. Яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың юбилейҙарына арналған сараларҙы үткәреү менән бәйле сығымдарҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы күтәрә.
|
Хисмәт Юлдашев тураһындағы тапшырыуҙы тыңлап...
Рәхмәт, Фәнүзә ханым! Бик матур тапшырыу...
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған был йыр бик...