"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Булыр илдең балаһы береһен береһе батыр, ти,
Бөлөр илдең балаһы береһен береһе бахыр, ти.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

2018 йылда «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты буйынса ғаризалар ҡабул итеү башланды

2018 йылда «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты буйынса ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был турала проекттың төбәк координаторы Эльвира Айытҡолова хәбәр итә. «Урындағы мәҙәниәт йорто» — «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты. 2017 йылда унда Башҡортостан Республикаһы ҡатнашҡайны. Проект ауыл мәҙәниәт йорттарын яңыртыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ауыл ерендә мәҙәниәт йорттары халыҡтың ялын ойоштороу, халыҡ ижадын һаҡлау, балаларға һәм йәштәргә өҫтәмә белем биреү үҙәге булып тора. «Быйыл бер нисә яңылыҡ бар: смета булғанда мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға аҡса планлаштырырға мөмкин. Үткән йылда финанслау отҡандар ҙа мөмкинлеккә эйә», — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. Документтар исемлеге һәм ғаризаның формаһы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы сайтында «Документтар» бүлегендә бирелгән.2017 йылда Башҡортостандың 18 районында яңы ҡорамалдың презентацияһы булды. «Урындағы мәҙәниәт йорто» башланғысына Башҡортостанға федераль бюджеттан 32 объектты яңыртыу өсөн 46 миллион 248 мең һум йүнәлтелде. Шулай итеп, республика Рәсәй төбәктәре араһында субсидиялар күләме буйынса өсөнсө урынға сыҡты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение