Главная

2012 йыл, 15 февраль, «Башҡортостан» газетаһы

«Ашҡаҙар»ҙың абруйы арта
Ситтә һәр кеше, үҙенең йөрәгенә яҡын булған йырҙарға, үҙенсәлекле моңона, туған телендәге тапшырыуҙарға сарсап, зар-интизар булып йәшәй. Был — тәбиғи. Шуныһы һөйөнөслө: хәҙер «Ашҡаҙар»ҙың тулҡындары сит илдәргә лә барып етә!
Интернеттан был каналды табып, кәрәкле тулҡындарға көйлә лә, әйҙә, тыңла көнө буйы туған моңоңдо! Көндөҙ генә түгел, хатта төнө буйы... Ундай саҡта йыраҡ аралар ҙа, тыуған илеңдең меңәр саҡрым алыҫлығы ла тойолмай хатта! Мин дә элек өйөмә ҡайтып инеү менән «Юлдаш»ты ҡабыҙып, һыуһынымды ҡандырырҙай йырҙарҙы, ихтыяжыма тап килерҙәй тапшырыуҙарҙы тыңлай алмай йөрөгәйнем. Баҡтиһәң, бер мин генә түгел икән. Күптән түгел бер танышым сит илдән ҡайтып төштө. Һүҙ араһында ул миңә, ҡара әле, радиола бер ҙә йүнле тапшырыуҙар юҡ, тип зарланғас, шунда уҡ «Ашҡаҙар»ға көйләп бирҙем.
«Ашҡаҙар»ҙың бәләкәй генә юбилейы хөрмәтенә ошо тылсымлы канал хеҙмәткәрҙәренә әйтәһе һүҙҙәремде еткергем килә. Радионы сит илдәр ҡитғаһында тыңлауы — бигерәк тә оло шатлыҡ! Йөрәктәргә бөтмәҫ-төкәнмәҫ моң, илһам, дәрт бирә. Был каналда бөтәһе лә иләктән үткәрелеп, һайланып алынған йырҙар. Күңелдәргә дәрт, илһам, иң мөһиме — рухи аҙыҡ бирә. Ә ниндәй фәһемле һөйләшеүҙәр алып барыла унда! Республикамдың арҙаҡлы кешеләре менән төрлө юҫыҡтағы ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр уйланырға, йәшәү серҙәренә төшөнөргә, мәғәнәһен аңларға булышлыҡ итә. Унда милли рухты, үҙаңды үҫтерерҙәй бихисап рубрикалар бар.
«Ашҡаҙар» радиоканалы халҡымдың үҙаңын үҫтереүгә, милли рух тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Шундай изге орлоҡтар сәсә ул «Ашҡаҙар»! Фәһемле, ғилемле һүҙҙәре менән халҡым күңелен үҫтереп кенә ҡалмай, ә кешене тәрбиәләй ҙә. Аҙна һайын эфирға сыҡҡан “Был беҙҙең донъя” тапшырыуында иһә республикабыҙҙың арҙаҡлы һәм танылған шәхестәре менән әңгәмәләр булһынмы, йә иһә ябай кешеләрҙең төплө мәғәнәгә эйә булған төрлө фекерҙәре тиһеңме — барыһы ла күңелгә яҡын. Халыҡ әйтһә — хаҡ әйтә, тигәндәй, ашҡаҙарҙар фәҡәт халыҡ һүҙҙәренә, фекеренә, аҡылына таянып ижад итә. Көнө-төнө арымай-талмай башҡорт халҡына хеҙмәт итеүсе, бай йөкмәткеле, фәһемле тапшырыуҙар авторҙарына, шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәргә, программаларҙы ентекле күҙлектән үткәреп, эфирға әҙерләүселәргә рәхмәтем ҙур.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Италия.

Фотография: 

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение