Главная

2011 йыл, 6 май, «Башҡортостан» газетаһы

Тоғро тыңлаусылары күп

Бер минутҡа ла тынып тормайҙар: эштә лә, ялда ла, юлда ла, көндөҙ ҙә, төнөн дә – һәр саҡ беҙҙең менән бергә улар. Сәғәт һайын өр-яңы мәғлүмәттәр, файҙалы кәңәштәр бирәләр, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тапшырыуҙары аша заман һулышын сағылдыралар. Эш өҫтөндә иғтибарҙы бүлмәй генә тыңларға, ял иткәндә йәки йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, тойғолар тулышҡанда шылтыратып, серҙәр уртаҡлашып алырға мөмкин. Улар күптән тормошобоҙҙа үҙ кеше – дуҫ, иптәш, серҙәш, кәңәшсе.

Ниндәй мөхиттә эшләй бөгөн радио хеҙмәткәрҙәре? Байрамдарын нисек ҡаршылай? Ошондай һорауҙарға яуап эҙләп, «Ашҡаҙар» йыр-моң һәм мәғлүмәти-аналитик каналына юл тоттоҡ.

«Ашҡаҙар» зауыҡлы тыңлаусыға тәғәйенләнгән. Уның төп маҡсаты – башҡорт халҡының ижади аманатын һаҡлау һәм халыҡҡа таратыу. Бында халыҡ, классик, уйын ҡоралдары, ваҡыт һынауы үткән ретро-йырҙар һәм заман эстрада музыкаһын ишетергә була. Тапшырыуҙар республиканың мәҙәни тормошон тулыһынса яҡтырта, әҙәбиәт, музыка, театр сәнғәте, халыҡ ижады, фән кеүек өлкәләр иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, нәҡ ошо йүнәлештәр «Ашҡаҙар»ҙың үҙенә генә хас үҙенсәлеген хасил иткән дә инде – «Беҙҙең донъя» тапшырыуын, мәҫәлән, әҙәбиәт, музыка, театр, ғилем донъяһы, халыҡ ижады өлкәһенән белгестәр үҙҙәре әҙерләп, эфирға сығара. Шулай әҙәбиәт темаһына Гөлсирә Ғиззәтуллина, фольклор яғынан Розалия Солтангәрәева, туризм өлкәһенә Инбер Яппаров, музыка донъяһына Урал Ниғмәтуллин яуаплы.

- Халыҡ ижады милләттең үҙенә генә хас мәҙәниәтен, телен, донъяла торошон сағылдыра һәм ошоноң менән ул йәшәй. Үҙ ижадынан халыҡ яңынан тыуа һәм ошо ижад халыҡ күңелендә генә үлемһеҙ була ала. Бәйләнеш өҙөлөргә тейеш түгел. Ошо йәһәттән тапшырыуҙарҙа концептуаль фекерҙәр яңғырай, халыҡ ижады аша донъяны танып белеү алымдары өйрәнелә. Башлыса яҙыусылар, философтар, сәйәсмәндәр, шағирҙар, уҡытыусылар, фольклорсы ғалимдар менән әңгәмәләр ҡорабыҙ, – ти Розалия Солтангәрәева.

Күберәге ретро-йырҙар һәм халыҡ йырҙары яңғыраған радио айырыуса өлкән быуын кешеләре күңеленә яҡын. «Ашҡаҙар» спектаклдәр, әҙәби әҫәрҙәрҙе лә тулы күләмдә бирә. Әйткәндәй, коллектив Башҡортостан радиоһының архивы менән әүҙем эшләй. Бында тиҫтә йылдар буйы һаҡланған музыкаль әҫәрҙәр, спектаклдәр, йыр-моң күп. «Ашҡаҙар»ҙар уны таҙартып, яңы һулыш биреп тыңлаусыһына «Башҡортостан радиоһының Алтын фонды тәҡдим итә» тигән рубрикала ишеттерә. «Тамаша», «Халыҡ әйтһә…», «Тыуған төйәк», «Ижади портрет», «Мәңгелек моң», «Яңы китап», «Халыҡ гәүһәрҙәре», «Фатиха», «Тапшырылмаған хаттар» кеүек рубрикалар ҙа – радио хеҙмәткәрҙәренең табышы, тыңлаусыларҙың көтөп алған тапшырыуҙары.

Әлбиттә, бер нәмә лә еңел бирелмәй. Ваҡыт һәм сифат был осраҡта радио хеҙмәткәрҙәренең ал-ял белмәҫ дуҫтары. Әллә нисәмә саҡрымдарҙы яҡынайтып, күңел ҡылдарын тибрәлтеүе, бер белмәгән, бер күрмәгән кешеләрҙең дуҫтарына әүерелеүе ай-һай еңел түгелдер? Шуныһы мөһим: «Ашҡаҙар» бер йыл элек кенә барлыҡҡа килһә лә, үҙ тыңлаусыһын тапҡан, үҙ йүнәлешен билдәләгән. Тынғыһыҙ етәксе Миләүшә Ғәлиеваның, тәжрибәле, тәүәккәл мөхәррирҙәр Урал Ниғмәтуллин, Зөмәйрә Сафина, Зөһрә Бүләкова, Нурия Кинйәбаева, Фәнүзә Баһауетдинова, Зөлфиә Рәхмәтуллина, тауыш режиссерҙары Эдуард Ғәббәсов, Рөстәм Ямалетдинов, Илнур Кәлимуллиндың бер төптән, бер һүҙҙән ижад итеүендә күрҙек уның сәбәбен. Әлбиттә, бөгөн радио журналистарына элекке кеүек ауыр аппаратура күтәреп йөрөргә, яҙмаларҙы ҡабаттан баҫмаға күсерергә, ҡулдан монтаж яһарға тура килмәй – ни тиһәң дә, техника заманы. Кеҫәгә һалып йөрөтөрлөк мини-репортерҙар, тулыһынса компьютерлаштырылған студия менән файҙалана улар. Сифатһыҙ яҙмаларҙы яҡшыртырға, кәрәкмәгән урындарын киҫеп ташлап, бынамын тигән сығыш эшләргә була. Әммә тырышлыҡ һәм яуаплылыҡты бер ниндәй замана техникаһы ла алыштыра алмайҙыр. Ул радио хеҙмәткәрҙәренең күңеленә һалынған, ҡанына һеңгән.

Үҙ эштәренә һәр ваҡыт яуаплы ҡараусы, туҡтауһыҙ эҙләнеүсе, тынғыһыҙ ижад, тәжрибә арттырыу аша алға барыусы, кешеләргә көн-төн тик дәрт-дарман, рухи күтәренкелек өҫтәүсе, фәһем өләшеүсе радио хеҙмәткәрҙәренә артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ күтәренке кәйеф, тыныс мөхит, һаулыҡ һәм, әлбиттә, тоғро тыңлаусылар теләргә генә ҡала. Әйткәндәй, «Ашҡаҙар»ҙарҙың эш тәртибе менән танышҡан арала Радио, барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнөн нисек, ҡайҙа үткәрәсәктәре хаҡында ла ҡыҙыҡһынып һораныҡ. «Эштә», – тине улар бер тауыштан. Башҡа яуап көтмәгәйнек тә.

А. ӘҺЛИУЛЛИНА.

Фотография: 

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение