"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән
тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

2011 йыл, 5 – 11 февраль, «Киске Өфө» газетаһы

Үткәндәргә һалынған күпер, йәғни «Ашҡаҙар» танһыҡты ҡандырыусы канал

Бынан тап бер йыл элек республикабыҙҙың төп радиоканалы «Юлдаш»тың эшен тағы ла киңәйтеү, республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу маҡсатында башҡорт телендәге «Ашҡаҙар» радиоканалы ойошторолғайны. «Ашҡаҙар»ҙың тәүге аҙымдары ышаныслы булды. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең бихисап тыңлаусыларын да табып өлгөрҙө. «Ашҡаҙар»ҙың даими тыңлаусылары бына ни ти радио тураһында:

Сәүиә СИРАЕВА, Рәсәйҙең атҡаҙанған. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы: «Ашҡаҙар» радиоһы халҡым күңеленә йәшен уты кеүек килеп инде лә, үҙенең лайыҡлы урынын алды. Мин уның тураһында тәүҙә дуҫтарымдан ишетеп ҡыҙыҡһындым. үҙемдең радиоалғыстан каналды оҙаҡ эҙләнем. Уны 66,68 МГц йышлыҡтарында табып алдым. Хәҙер рәхәтләнеп, кинәнеп тыңлайым. Радионың алтын фондында һаҡланған яҙмаларҙы ишетер өсөн «Ашҡаҙар» радиоһының аҙналыҡ программаһын көтөп алам. Яҙмала һаҡланып ҡалған бик күп шәхестәребеҙҙең тауышы, һәр ҡайһыһы тиерлек миңә таныш. «Уҙған ғүмеремдә ниндәй генә шәхестәребеҙ менән аралашып йәшәмәгәнмен!»– тим. Уларҙы ишетеп, күңелем тулыша. Һағындыра, юҡһынам үҙҙәрен. «Ашҡаҙар» радиоһы мине йәшлегемә алып ҡайта, үткәндәр менән бәйләй. Тарихыңды онотһаң – бөгөнгөң юҡ, тигән төшөнсәне нығытҡан каналға уңыштар теләйем.

Флүрә НОҒОМАНОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:
«Ашҡаҙар» радиоканалы эфир тулҡындарына сыҡҡандан алып мин башҡа каналдарҙы ҡабыҙып та ҡарағаным юҡ. Был каналдағы бөтә тапшырыуҙар ҙа күңелемә ята. Бигерәк тә Башҡортостан радиоһының алтын фондынан алынған элекке тапшырыуҙарҙы ҡабатлауҙары оҡшай. Был тапшырыуҙарҙы мин түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Улар – «Ашҡаҙар»ҙың ҙур ҡаҙанышы. Гел таҡмаҡ, еңел йырҙар ғына түгел, ә халыҡ йырҙарын йыш биреүҙәре, быға тиклем радиола яңғырамаған тауыштарҙы сығарыуҙары ҡыуандыра. Йөкмәткеле төрлө диалогтар, монологтар менән байытыла. Киләсәктә балалар, үҫмерҙәр өсөн тәрбиәүи юҫыҡта тапшырыуҙар сығарылһа, йөкмәтке тағы ла мауыҡтырғыс булыр ине.

Илгиз ЮЛАМАНОВ, эшҡыуар: Радио – эш менән булышҡанда ла, юлда йөрөгәндә лә, аш ашағанда ла йыр-моң, яңылыҡтар тыңлау өсөн иң уңайлы сара һәм уның кәрәге бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк. Мин һәр ваҡыт «Юлдаш» радиоһын тыңланым. Былтыр яңылыҡтарҙан башҡортса тағы ла бер канал – «Ашҡаҙар» радиоһының эфир тулҡындарына сығыуы тураһында ишетеп ҡыуанғайным, тимәк «Юлдаш»ҡа тағы ла иш булды! Башта «Ашҡаҙар»ҙы йышлыҡтарҙа таба алмай аптырап бөттөм. Теләгән – моратына ирешкән тигәндәй, таптым барыбер. Хәҙер мин үҙебеҙҙең ике радиоканалды ла алмашлап тыңлайым. «Ашҡаҙар»ҙа үҙебеҙҙең халыҡ йырҙары, классик йырҙар йыш яңғырай – шуныһы яҡшы. Билдәле шәхестәреебҙ менән уҙғарылған әңгәмәләрҙе, радиоспектаклдәрҙе яратып тыңлайым. Шулай уҡ дини тапшырыуҙар ҙа бик оҡшай. «Ашҡаҙар» беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.

Миләүшә ҠАСИМОВА, журналист:
Юғары тиҙлек, реклама, PR-ға ҡулайлаштырылған каналдарҙа хәҙер рухты байытырлыҡ мәғлүмәт табыуы бик ауыр. Ә «Ашҡаҙар»ҙы мин кинәнеп тыңлайым, сөнки ул күңелде үҫтерә, зауыҡты камиллаштыра. Әлеге лә баяғы замандан артта ҡалмайым тип сапҡан милләттәштәребеҙгә халҡыбыҙҙың әҙәбиәтен, тарихын бәйән итеүе менән бик әһәмиәтле ул. Сифатлы музыка, юғары мәҙәниәтле профессионалдар уның баһаһын күтәрә. Донъяны баҫып алған еңел-елпелек ҡағылмаған үҙ каналыбыҙ булыуы – оло шатлыҡ. Бер йәшлек кенә булһа ла, киләсәге өмөтлө уның. Географияһы киңәйеп, төпкөл райондарҙа ла тыңлау мөмкинлеге асылһа, йәнә лә шәп булыр ине!

Фотография: 

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.