"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Беләгеңә таянма, йөрәгеңә таян.

Комментарийҙар

Главная

2011 йыл, 4 февраль, «Башҡортостан» газетаһы

Күк йөҙөндә яҡты йондоҙ

«Халҡыбыҙ тормошонда ҡайнап йәшәгән һәм ижад иткән радио булыр ул «Ашҡаҙар»,– тигәйне «Ашҡаҙар» ижад берекмәһе етәксеһе Миләүшә Ғәлиева былтыр «Башҡортостан» гәзитенә биргән әңгәмәһендә. Башҡортостан радиоһының яңы каналы үҙ маҡсатына тоғро ҡалды. Ул милли мәҙәниәтебеҙҙе тулы кимәлдә сағылдырыуы, уның ҡаҙаныштарын киләһе быуындарға тапшырыуы менән көндән-көн күберәк радио тыңлаусыларҙың һөйөүен яулай.
Бер йыл тирәһе үткәндер инде был хәлгә. Көндәрҙең береһендә һеңлеләребеҙ Рәсимә менән Рәйлә телефондан шылтырата:
- Һеҙ «Ашҡаҙар» тигән яңы радионы тыңлайһығыҙмы? Иғтибар итегеҙ әле, бик матур көйҙәр, йырҙар яңғырай, тәрән фекерле шәхестәргә һүҙ биреп торалар, өмөтлө канал булырҙай.
Беҙ икебеҙ ҙә хаҡлы ялда, ваҡыт етерлек, ашығырға түгел, иртән тороп эшкә сапмайбыҙ. Күңел биреп тыңлай башланыҡ. Яйлап был хәл өйөбөҙҙә көндәлек күренешкә әйләнде һәм беҙ бик ҡәнәғәтбеҙ.
Каналды, тапшырыуҙарҙы ойоштороусыларҙың үҙҙәренә баштан уҡ юғары һәм яуаплы маҡсаттар ҡуйғанлығы күренеп тора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп әҫәрҙәр менән таныштыҡ. Яңы романдар, повестар, поэмалар, шиғырҙарҙан өҙөктәр ишеттек, авторҙарҙың баҫылып сыҡҡан китаптары менән таныштыҡ. Бигерәк тә яҙыусыларҙың үҙҙәре һәм күренекле артистар башҡарыуында эфирҙа яңыса яңғырауы был әҫәрҙәрҙе икенсе күҙлектән ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Халыҡтың һуңғы осорҙа китапханаларға һирәк йөрөүе, китаптарҙы аҙыраҡ һатып алыуы, аҙ уҡыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Хатта ил буйынса ҡайһы бер китапханалар ябыла ла башлаған инде хәҙер. Ошо тәңгәлдә яңы сыҡҡан баҫмалар тураһында уҡыусыларға, китап һөйөүселәргә хәбәрҙе әүҙем еткереп тороусы, әҙәби уҡыуҙарҙы көн дә уҙғарыусы «Ашҡаҙар» бик файҙалы эш башҡара тигән уйҙабыҙ.
1959 йылда бер төркөм йәш артистар Башҡорт дәүләт академия драма театрына ҡайтып эш башланы. Телевидение әле беренсе аҙымдарын ғына яһай ине, бәлки, шуғалыр ҙа ул саҡта бик күп радиопостановкалар, радиоуҡыуҙар ойошторола торғайны. Ошо ҙур күләмле тапшырыуҙарҙа сәхнәбеҙҙең, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған мәшһүр сәхнә оҫталарының тауыштары яҙылып ҡалған. Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғәзим Туҡаев, Хөсәйен Ҡудашев, Зәйни Иғдәүләтов, Бәҙәр Йосопова, Таңһылыу Рәшитова, Әҡлимә Садыҡова, Ләлә Әхтәмова, Рәғиҙә Янбулатова, һанап бөтөрлөк тә түгел һәм ундай маҡсат алда тормай ҙа. Ошо мәшһүр артистарыбыҙҙың тауыштарын әҙәбиәт, йыр-моң һөйөүселәргә еткереү ниндәй изге эш һәм, шул маҡсатты күҙ алдында тотоп, элекке яҙмаларҙы эфир тулҡындарына сығара башланы «Ашҡаҙар», иншалла.
Заманында опера театры бинаһында өс коллектив эшләй ине: опера һәм балет театры, драма театры һәм подвалда ҡурсаҡ театры. Бер-беребеҙҙең спектаклдәрен ҡарай-ҡарай ятлап бөтә торғайныҡ. Шуға ла хәҙер ул тауыштарҙы ниндәй тулҡынланыу менән тыңлағаныбыҙ аңлашылалыр инде.
Мәғәфүр Хисмәтуллин ағайҙың яҙмалары: операларҙан ариялар, композиторҙарҙың романстары йәки башҡорт халыҡ йырҙары булһынмы – тик һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәре генә уята, был бөйөк йырсыбыҙҙың тауышы, моңо, тын алыу киңлеге, һәр хәрефенә тиклем ишетелеп һәм аңлашылып тороуы – йәштәр өсөн үрнәк алырҙай бер дәрәжә ул, ә беҙҙең өсөн үҙе бер бәхет.
Әле ошо арала ғына сәнғәткә беҙҙең менән бер заманда хеҙмәт иткән Хәбир Ғәлимов ағай, Хөсәйен Мәжитов, Фәриҙә Ҡудашева, Нажиә Аллаярова, Роза Аҡкучукова, Абдулла Хәлфетдинов, Рамазан Йәнбәковтарҙың тауыштарын ишетеп, күпме шатлыҡлы минуттар кисерҙек.
Редакция хеҙмәткәрҙәре башҡорттоң халыҡ уйын ҡоралдарына бик ҙур иғтибар бирә, төрлө ваҡыттарҙа яҙылып ҡалған көй-моңдарҙы ишеттереп тора, классик көйҙәрҙе лә ситләтеп үтмәй. Ҡурай моңдары беҙҙең радиобыҙҙың йөҙө ул хәҙер, тип ҡыуанып әйтә алабыҙ. Бигерәк тә был өлкәлә бөтә донъяға даны таралған оҫталарыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов, Азат Айытҡоловтарҙы тыңлап рәхәтләнәбеҙ. Ҡумыҙҙың да тирә-йүнгә билдәле булыуына республикабыҙҙың данлыҡлы шәхесе Роберт Заһретдинов индергән өлөш ҙур. Каналда уның да, оҫта уҡыусыларының да ҡабатланмаҫ ижад емештәрен ишетәбеҙ.
«Ашҡаҙар»ҙы эфирға әҙерләүселәрҙең бик музыкаль шәхестәр икәнлеге, уларҙың йыр-моңға һөйөүе күренеп тора. Күпме яңы башҡарыусылар, яңы көйҙәр, ишетелмәгән тауыштар бында! Башҡарыусыларҙың төрлөһө үҙенә тартып, саҡырып тороусы бер көс булып тора. Бында мәғәнәле, фәһемле йыр-көйҙәр, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңдары яңғырай.
Гел музыка менән генә мәшғүлдәр икән журналистар тип тә әйтеп булмай, бик оло, көнүҙәк проблемаларҙы ла күтәреп сыға улар. “Беҙҙең донъя”, “Еңеү юлы”, “Фатиха”, “Матбуғат”, “СӘМ”, “Тыуған төйәк” кеүек фәлсәфәүи тапшырыуҙарҙы ойоштороп, уларҙа республикабыҙҙың күренекле ғалимдарын, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, уҡытыусыларҙы, дин әһелдәрен, ябай кешеләрҙе күрһәтәләр.
Яңынан-яңы уңыштар һеҙгә, «Ашҡаҙар»ҙы эфирға сығарыусы дуҫтар! Яҡты йондоҙ булһын был канал.

Вил КӘРИМОВ,
БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1969–1976 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры,

Роза КӘРИМОВА,
БР-ҙың халыҡ, РФ-тың атҡаҙанған артисткаһы

Фотография: 

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение