2010 йыл, 29 октябрь, «Башҡортостан» газетаһы
Ул – беҙҙең канал
Быйыл радио тулҡындарында «Ашҡаҙар» каналы барлыҡҡа килде. Уның программаһы һеҙҙең гәзиттә лә баҫыла. Бик шатланып ҡабул иттек беҙ был яңылыҡты.
«Ашҡаҙар», беҙҙең өмөттәрҙе аҡлағандай, үткән быуатҡа ла сәйәхәт ҡыла, әҙәбиәт классиктары менән осраштыра, билдәле шәхестәрҙең фәһемен барлай. Радио тулҡындары аша йәшлегемә ҡайтҡандай булам.
Шул уҡ ваҡытта «Ашҡаҙар»ҙа бөгөнгөбөҙгә, көнүҙәк проблемаларға ла ҙур иғтибар бүленә. Бигерәк тә рухи, психологик йәрәхәттәр хаҡында ентекле һөйләнде, кәңәштәр бирелде. Халҡыбыҙ йолалары тураһында йыш бәйән иткән радио тапшырыуҙар милли традицияларҙы тергеҙеүгә, яңыртыуға нигеҙ һала төҫлө миңә.
Һәр көнгә, датаға билдәләп мәғлүмәт биреү, зыялылар фекеренә ҡолаҡ һалып, цитаталар яңғыратыу эфир тулҡындарын байытып ебәрә. «Ашҡаҙар» беҙҙе яҡты, ыңғай тулҡында бәүетә.
Гөлшат САМАТОВА