"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

20 000 һум күләмендә стипендия кемгә тәтегән?

Театр сәнғәте өлкәһендә өс тиҫтәнән ашыу вәкил – Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһынан йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә хөкүмәт стипендияһы лауреаттары иғлан ителде. Был исемлектә Башҡортостандың ике вәкиле бар.

Ай һайын федераль ҡаҙнанан 20 000 һум күләмендә стипендия алыусылар иҫәбендә – быйыл Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса «Прометей» спектаклен сәхнәгә ҡуйған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры рәссамы Илнур Слявчин.

Уҙған көндө 2018 йылда ижади йәштәр өсөн дәүләт стипендияһына интернет-конкурс еңеүселәре билдәле булды. Улар иҫәбендә – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаусы, «theТеатр» проекты режиссеры Алһыу Ғәлинә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение