Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

“Мөғжизәле Башҡортостан” проектына старт бирелде

Республикала Яңы йыл тамашалары башланды. “Мөғжизәле Башҡортостан” проектына старт бирелде, тип хәбәр итә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты. Проектҡа ярашлы, быйыл Ҡыш Бабайҙың ҡунаҡ тирмәләре биш урында ҡуйылды. Яңы йыл тылсымсыһы Ҡандракүлдәге тирмәлә байрам тамашаһында ҡатнашты ла инде. Был аҙнала Бөрө, Стәрлетамаҡ һәм Абҙаҡҡа ҡунаҡҡа килергә йыйына. Киләһе аҙна башында Ҡыш Бабай Өфөгә килә, ә декабрь аҙаҡтарында көньяҡ райондар буйлап сәфәргә сыға. Яңы йыл күңел асыу саралары өсөн Өфөлә ике төп майҙансыҡ тапшырыуға әҙерләнә. Ул шыршылар – Ленин исемендәге майҙанда һәм Конгресс-холл алдындағы майҙанда. Нәҡ бында боҙ ҡаласыҡтары, тауҙар, лабиринттар, әкиәт геройҙарының һәм яңы йыл символы һындары урынлаша.
Ленин исемендәге майҙанда Благовещен районынан 30 метрлыҡ йәшел һылыуҡай ҡуйылған, шыршыларҙың береһе Конгресс-холл алдындағы майҙанда ла урын алды. Өфөлә йүп фатирлы йорттар эргә-тирәһенә бөтәһе 64 яңы йыл шыршыһы һәм шул сама боҙ тауы ҡуйыу күҙаллана.
Бынан тыш, баш ҡаланың һәр районын үҙҙәренең үҙәк шыршыһы биҙәйәсәк.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.11.2018

Заман. Бала саҡ. Иң шәп китап
Билдәле шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

07.11.2018

"Башҡортостан уҡытыусыһы"журналы эшмәкәрлеге

Әңгәмәлә баҫманың баш мөхәррире, Республика нәшриәт йорто генераль директорының милли матбуғат буйынса ярҙамсыһы Салауат Кәримов ҡатнаша

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

06.11.2018

Арҙаҡлы яҙыусының "Йөрәктәге яҙмалар"ы
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение