Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

“Асыҡ диалог” - күп фатирлы йорттар менән идара итеүгә бәйле һорауҙарға яуап бирә

Башҡортостанда “Асыҡ диалог” тигән акция үтә. Уны Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Был сара халыҡҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә күп фатирлы йорттар менән идара итеүгә бәйле һорауҙарға яуап биреүгә ҡайтып ҡала. Быға тиклем фатир хужалары менән биш осрашыу ойошторолдо. Унда идарасы ойошмалар вәкилдәре 2 мең ярымлап гражданды ҡабул иткән. Халыҡ башлыса йорттарҙы тәртипкә килтереү, ихаталарҙы төҙөкләндереү, коммуналь тарифтар дөрөҫлөгөн аныҡлау кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән. Сираттағы “Асыҡ диалог” акцияһы 23 мартта үткәрелә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение