Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

"Өс таған"

Башҡортостанда Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса тулы метражлы нәфис фильм төшөрөү урынын һайланылар.

Ғафури районының Толпар ауылы бер айға билдәле китаптағы Бөркөтлө ауылына әйләнә.

«Фильм төшөрөү урынын ошо көндәрҙә билдәләнек. Һәр ауыл 40 кешенән торған ижади команданы һыйҙыра алмай. Күлдәр ҙә эҙләйбеҙ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров. — Эште июль урталарында башлайбыҙ, август аҙағына тамамларға ниәтләйбеҙ. Унан ярты йыл монтаж. Маҡсатыбыҙ – фильмды 2019 йылдың 20 октябренә тамамлау һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына күрһәтеү».

Бөгөн режиссер кастингта һайлап алынған балаларға кинопроба үткәрә.

«Беҙ һигеҙ кешене һайланыҡ. Фото һәм видеояҙмаларға ҡарағанда, балалар бик һәйбәт, ҡыҙыҡ, саф башҡортса һөйләшә, нигеҙҙә Урал аръяғы вәкилдәре», — ти Айнур Асҡаров.

Икенсе пландағы ролдәрҙе быға тиклем бергә эшләгән яратҡан актерҙарым уйнай, тип билдәләне режиссер. Мәҫәлән, Алмас Әмиров, Азат Йыһаншин менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

«Фильм Мостай Кәримдең повесын уҡыған кеүек ҡыҙыҡлы булырға вәғәҙәләй. Сценарийҙы камиллаштырабыҙ. Беҙ мотивтар буйынса төшөрәбеҙ, ләкин төп нөсхәнән ситкә тайпылмайбыҙ», — тине Айнур Асҡаров.

Уның һүҙҙәренсә, сценаристар Дамир Йосопов һәм Мәғәфүр Тимербулатов яҙған «Өс таған» повесының сюжеты деталдәр менән тулыландырыла. Дөйөм мөхәррирлекте бер нисә тапҡыр Айнур Асҡаров менән эшләгән Айҙар Аҡманов башҡара («Өфөнән һөйөү менән», «Буран»).

http://www.bashinform.ru/news/1175857-v-bashkirii-opredelilis-s-glavnym-...

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

23.07.2018

Әсхәт Мортазин "Наилә"
Илсөйәр Ғәзетдинова менән Хәмит Яруллин уҡый, 1988 йылғы яҙма.

22.07.2018

Римма Ғәлимова шиғырҙары
Автор уҡый, 2013 йылғы яҙма.

21.07.2018

Шиғриәт тулҡындарында
А.Ғәрифуллина, З.Хөсәйенова уҡый, 1996 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение