"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөләге почтамт мәҙәниәт ҡомартҡыларының федераль реестрына индерелде

1930 йылдарҙа төҙөлгән Өфө почтамты «Элемтә йорто» тигән элекке исеме аҫтында Рәсәй Федерацияһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың бойороғонда хәбәр ителә. Бойороҡ ҡомартҡының аныҡ координаталарын, бинаның тышҡы йөҙөн һәм мөһим архитектура элементтарын, шулай уҡ ҡомартҡыны файҙаланыу тәртибен билдәләй.
Архитектор Николай Зарубиндың проекты буйынса төҙөлгән бина Ленин менән Коммунистик урамдары мөйөшөндә урынлашҡан. Почтамт бинаһының ҡыйығында Коминтерн станцияһының радиовышкаһы ҡуйыла, ул һуғыш йылдарында Европа һәм көнсығыш телдәрендә фашистарға ҡаршы тапшырыуҙар алып бара. 1957 йылда Өфө почтамты үҙенең әлеге исемен ала.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение